Герб
Муниципальное автономное учреждение районный Дворец культуры
«Йэшлек»
муниципального района Куюргазинский район Республики Башкортостан
Контакты
Телефоны
Директор +7 (347-57) 6-11-83 Заведующий методическим отделом +7 (347-57) 6-11-72
Факс
+7 (347-57) 6-11-83
Прочие контакты
Факт. адрес
453360, РБ, Куюргазинский район, с. Ермолаево, Проспект Мира, 8
Юридический адрес
453360, РБ, Куюргазинский район, с. Ермолаево, Проспект Мира, 8

Режим работы учреждения:  Пн-Сб: 8.00-23.00, обед: 12.00-14.00. Вс: выходной

Методический кабинет

Заведующий методическим отделом

Тел: +7 (347-57) 6-11-72

E-mail: ok_erm@mail.ru

Почтовый адрес: 453360, РБ, Куюргазинский район, с. Ермолаево, Проспект Мира, 8

Страницы в соц.сетях:

http://ok.ru/maurdk.yeshlekmolodost

https://vk.com/maurdk

ЙЭШЛЕК (@ieshlek8) 

Мы на Ютубе https://www.youtube.com/channel/UCd3hwKM2CqzETkLbihjtRRw/featured

Почтовый адрес: 453360, РБ, Куюргазинский район, с. Ермолаево, Проспект Мира, 8

Кустовой отчетный концерт в Якшимбетовском СДК

19 марта в Якшимбетовском СДК состоялся совместный отчетный концерт с Кутлуловским, Куюргазинским СК и Абдуловским СДК.
Зрители села Якшимбетово любят своих артистов, поэтому зал был полным.
В Якшимбетовском СДК (заведующий – Ф. Булатов) работают 8 формирований. Из них два носят звание «Народный» и «Образцовый». В концерте приняли участие вокальный ансамбль «Ихлас», ансамбль кураистов «Самрау», мужской вокальный ансамбль «Рух» (руководитель- С. Абсалямов). Своими выступлениями также порадовали Образцовый танцевальный ансамбль «Звёздочки» и «Ахираттар» (руководитель – Заслуженный работник культуры Г. Хайбуллина). Фольклорный ансамбль «Олотау» (рук. Г. Хайбуллина) показал обряд «Оләсәйем аманаты».
Народный театральный коллектив «Куюргаза» показал отрывок из спектакля И. Абдуллина «Озарная молодость» (рук. Г. Хайбуллина).
Солисты вокального ансамбля “Асанай” Кутлуюловского СК (культорганизатор – З. Бусканова) – Л. Бусканова, Р. Арысланова, А. Аксарова украсили концертную программу уникальными голосами. Танцевальный ансамбль “Йыуасалы килендәре” исполнили танцы “Доярки”, “Подносы”. Фольклорный ансамбль “Салимакей” Куюргазинского СК исполнил душевные песни, (культорганизатор – Р. Баимова). Солисты вокального ансамбля “Умырзая” – Г. Киньягулова, Л. Петров, А. Рафикова, С. Ишкинина – исполнили лирические и детские песни. Зал аплодировал всем артистам, принимая песни и танцы на “ура”. Артисты театрального коллектива “Берёзы” Абдуловского СДК (заведующий – Л. Усманова) показали театрализованное представление.
Зрителям очень понравились песни артистов села Абдулово – А. Хайбуллиной, А. Субхангулова. На сцене и в зрительном зале было очень «жарко». Выступающих на сцене зрители встречали тепло, а после окончания концерта аплодисменты долго не стихали.
Клубные формирования СДК и СК под названием “Умелые руки”, “Хозяюшка” организовали богатые выставки рукоделий. Спасибо вам огромное, талантливые люди Якшимбетовского, Абдуловского СДК, Куюргазинского, Кутлуюловского СК! Вы большие молодцы!
Ямиля Рамазанова, режиссер МАУ РДК “Йэшлек”, Заслуженный работник культуры РБ

Яҡшыбәттә – бөтмәҫ хазина!

“Эй, Аллам, был ҡороғор вирус менән халыҡ та, уларҙы ял иттереп, тормоштоң мәғәнәһен, матурлығын күрһәтеп, алға әйҙәп, ҡыуанып йәшәтергә, эшләтергә тырышҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡурҡып ҡалғайны… Был хәтлем байрам концерт программаларын, район, Республика -конкурс фестивалдарен, отчет-план – ҡағыҙ эштәрен, тағы ла бынау отчет концерттарын еңеп сыға алырҙармы микән?”, – тип ҡаты боросолоуға ҡалдым… Ҡалған ерҙә эш бара микән, белмәйем, ә мәҙәниәттә көн аша байрам. Хатта төрлөләндереп яҙып та өлгөрөп булмай!Хәйерлегә булһын!
19-сы март кискә табан Яҡшымбәт ауылына, уларҙың биләмәләренә ҡараған ауыл мәҙәниәт йорттарының, ауыл клубтары түңәрәктәенең ижади, ҡағыҙ эштәрен тикшерергә дүрт кеше юлландыҡ. Ауыл мәҙәниәт һарайына инер алдынан ғына: “Ой, һаумыһығыҙ! Һуңлаһам да һеҙҙе алдан индерәйем”, – тип минең яратҡан үҙешмәкәр сәнғәт аристарымдың береһе беҙгә ишек асты. Һоҡланып, бер һүҙҙә әйтә алманым. Гөлгәнә Туйгилдина эшендә лә өлгөр, Яҡшымбәт мәҙәниәт йортоноң “Көйөргәҙе” Халыҡ театры, “Олотау” фольклор коллективтарының , “Ихлас” вокал ансабеленең алыштырғыһыҙ артисы ул. Бындай тырыш, талантлы, берҙәм апайҙар һәм ағайҙар Яҡшымбәт ауылында бик күп. Бында шул асыҡ: Яҡшымбәт мәҙәниәт йортонда оҙаҡ йылдар эшләп килгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре –Гөлшат Хайбуллинаның; йәш егетебеҙ –ауыл мәҙәниәт йорто мөдире – Фидан Булатовтың; йырсы, баянсы, ҡурайсы – Сәлим Әбсәләмовтың тырыш хеҙмәт емештәре, шулай уҡ ауылдаштарының уларға, мәҙәниәткә ҡарата хөрмәте сағылыш таба.
Ауыл хеҙмәткәрҙәренән автономный учреждение филиалдары булараҡ түләүле концерттар, түңәрәктәр талап итәбеҙ. Шулай булһа ла ауыл клубында зал халыҡ менән шығрым тулы ине. Концертты Яҡшымбәт ауылы “Ихлас” вокаль ансамбле “Хәйерле көн” йыры менән (етәксеһе – С. Әбсәләмов) асып ебәрҙе. Бер тында һигеҙ түңәрәктәренең эшен бынамын итеп күрһәтте мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Өлгәлө “Йондоҙсоҡтар” менән бергә “Әхирәтттәр” бейеү ансабелдәре (етәксеһе – Г. Хәйбуллина) сәхнәлә өҙҙөрөп бейеһә, “Көйөргәҙе” халыҡ театры И.Абдуллинд “Тиле йәшлек” спектакленән өҙөк ҡуйһа (етәксеһе – Г. Хәйбуллина), “Самрау” ҡурайсылар ансамбле башҡорт бейеү көйөҙәрен һуҙһа (етәксеһе – С. Әбсәләмов), “Олотау” фольклор ансамбле “Өләсәйем һандығы” йола байрамын күрһәтте (етәксеһе – Г. Хәйбуллина).”Рух” ирҙәр вокаль ансабле “Эй, ҡыҙҙар” (етәксеһе – С. Әбсәләмов), – тип йырлап, күңелгә тағын йән керетте.
Беҙ ҙә уңғандарҙан бит әле тип, сәхнәгә Ҡотлоюл ауылы үҙешмәкәр артистары менде (етәксеһе – З.Боҫҡанова). “Әҫәнәй” вокаль ансамбленең солистары – Ләлә Боҫҡанова, Рәйфә Арыҫланова, Алтынай Аҡһарова үҙҙәренең моңло тауыштары менән халыҡты арбаһа, “Йыуасалы килендәре” бейеү ансамбле “Һауынсылар”, “Батмустар” бейеүҙәрен бейеп, Ҡотлоюл ауылы халҡының балҡып йәшәгәнен күрһәтте. Аҡса юҡ тип тормай, иҫкергән сәхнә материалдарынан да күлдәк-комзол тегеп кейгән ауыл артистарына һоҡланып та, йәлләп тә киттем. Көйөргәҙе ауылы клубының (етәкселәре – Р. Баимова) “Сәлимәкәй” фольклор ансабле ағинәйҙәре нәзәҡәтле тауыштары менән халыҡты ҡыуандырҙы, “Умырзая” вокаль ансамбленең йырсылары -Г. Кинйәғолова, Л.Петров, А. Рафиҡова, С.Ишкинина дәртле йырҙары менән күңелдәрҙе күтәрҙе. Абдул мәҙәниәт йорто (етәкселәре – Л.Усманова) “Аҡ ҡайын” театр коллективының артистары “Мунса ташы” темаһына театраллаштырылған тамаша күрһәтеп, залды көлдөрҙө. Халыҡ ауыл йырсылары – Ә. Хәйбуллинаның, А.Собханғоловтың йырҙарын көслө алҡыштарға күмде! Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Уңған ҡулдар” түңәрәктәрендә шөғөлләнгән ауыл халҡының ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойошторғайнылар. Күргәҙмәләрҙе, бай программалы концертарҙан ҡарап шуны әйтергә була: ауыл халҡы гөрләй, балалар ҙа, ололарҙа йырлап-бейеп, буш ваҡыттарында мәҙәни сараларҙа ҡатнашып балҡып йәшәргә тырышалар. Рәхмәт һеҙгә, “халыҡ” артистары! Бәрәкәтлек, һаулыҡ, иман, тәүфиҡ, тыныс тормош беҙгә юлдаш булһын!Дәртле халыҡ барҙа, тырыш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре барҙа – бөтмәҫ хазинабыҙ!
Йәмилә Рамҙанова
“Йәшлек” район мәҙәниәт һарайы режиссёры, Башҡортосандаң атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Поделиться: